Ключевка мәктәбендә “ФГОС шарттарында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында проект эшмәкәрлеге” семинары уҙҙы. Тәрбиәсе Н.Т. Семенова- “Йорт хайуандары янына мауыҡтырғыс сәйәхәт” презентацияһын, ә тәрбиәләнеүселәр “Теремок” әкиәтен күрһәтте. Шунан мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары тәжрибәләре менән уратаҡлашты һәм эшләү ысулдары тураһында һөйләште.
Ололар парта артына ултырасаҡ
Иртәгә, 21 февралдә районыбыҙ “Ата-әсәләрҙең БДИ биреү көнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Фёдоровка 2-се мәктәбендә 16.00 сәғәттә ололар рус теленән белемдәрен тикшерәсәк.