+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Март 2018, 17:09

Хәүефһеҙлек өсөн

Фёдоровка 2-се мәктәбендә Хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре дәресе граждандар оборонаһы тарихына бағышланды. 9 синыф уҡыусылары викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһындағы белем биреү уйынында ҡатнашты. Был фән буйынса дәрестәр райондың бөтә мәктәптәрендә лә уҙҙы.

Халыҡ ихтыярын

граждандар 18 мартта илебеҙ Президентын һайлауҙарҙа күрһәтәсәк. Бәлиғ булмаған уҡыусылар был ваҡиғаның мөһимлеген аңлаһын өсөн, район китапханаһында “Йәш һайлаусылар форумы” уҙҙы. Район үҙәгенең өлкән синыф уҡыусылары һайлау компанияларының механизмы тураһындағы мәғлүмәтте иғтибар менән тыңланы.
Читайте нас: