+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
14 Март 2018, 18:43

Яңы үрҙәр яуланы

Өфөлә башҡорт ҡатындары араһында “Милләт әсәһе- 2018” II Республика конкурсы уҙҙы. Унда Батыр мәктәбе педагогы Эльвира Миҙхәт ҡыҙы Аҡсурина ҡатнашты. Портфолиоһындағы күп һанлы грамоталары, дипломдары, Рәхмәт хаттары, уҡыусыларҙы мәктәп сараларына әүҙем йәлеп итеүе арҡаһында ул “Ҡатын-ҡыҙ- уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулап ҡайтты.

Һайлауға бармаясаҡтар. Ниңә?

Был аҙна аҙағында РФ граждандары үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланып, Президентҡа кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирергә тейеш. Бәлиғ булмаған Фёдоровка 1-се һәм 2-се мәктәптәре уҡыусылары һайлауҙар механизмын белһен өсөн, район китапханаһында улар өсөн “Йәш һайлаусылар форумы” үткәрелде.

Линияларҙа капиталь ремонт бара

“ГИП-Электро” хеҙмәткәрҙәре Фёдоровка ауылы Урман аҫты урамында электр линияларын капиталь ремонтлай. Ошо көндәрҙә изоляциялы сымдар үткәрҙеләр, шулай уҡ теләге булғандарға өс фазалы счетчиктар ҡуясаҡтар (380 Вт). Улар бушлай ҡуйыла. Шундай уҡ эштәр быйыл Пушкин һәм Болон урамдарында башҡарыласаҡ.

Тиҙҙән мәктәпкә

30 мартта Фёдоровка 2-се мәктәбендә беренсе синыф уҡыусылары өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. 31 марттан улар әҙерлек дәрестәренә йөрөй башлаясаҡ, башланғыс синыф уҡытыусылары ҡыҙҙар-малайҙарҙа белемгә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, дәрестә эшләү ҡағиҙәләре менән таныштырасаҡ.
Читайте нас: