Өфөлә күптән түгел башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында “Ҡатын-ҡыҙ- милләт әсәһе” II Республика конкурсы уҙҙы. “Оҫта ҡуллы ҡатын” номинацияһында республикабыҙҙың данын Гүзәл Кәримова яҡланы. Ул- беҙҙең яҡташыбыҙ, Батыр ауылында тыуған, “Ҡатын-ҡыҙ- милләт әсәһе” I конкурс лауреаты Хәлисә Багаеваның ҡыҙы. Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы ла, әсәһе кеүек, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары түшелдеректәрен эшләй.