Шундай ҙур наградаға лайыҡ булды Чиркунов Евгений Павлович. Ошо көндәрҙә ул ХV Бөтә Рәсәй “Алтын нота” музыка ижады конкурсында “Память моя” йырын (С. Скрипник көйө һәм һүҙҙәре) оҫта башҡарып, еңеү яуланы.
Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу үҙгендәге фажиғәнән һуң янғын хәүефһеҙлеген тикшереүҙәр һаны артты. Бала Сытырман ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ғ.Ҡ. Ниғмәтуллин әйтеүенсә, уның ведомствоһындағы ауылдарҙа биналарҙан эвакуация һәм авариялы сығыу юлдары әүҙем өйрәнелә, асыҡланған боҙоуҙар бөтөрөлә.