20 майҙа республика буйынса Халыҡ-ара ғаилә көнөнә бағышланған “Ғаилә мәҙәни походы” акцияһы уҙасаҡ. Киновидеоселтәр менән “Ғаилә” муниципаль үҙәгенең Федоровка районындағы бүлеге был акция сиктәрендә бер нисә күп балалы ғаиләгә бушлай билеттар бирәсәк. Бәхет йылмайғандар киске сеансҡа киноға килеп, ялдарын ҡыҙыҡлы үткәрә аласаҡ.