Фёдоровкала 20 майҙа мунса янды. Златоуст ауылында сүплек янып китте. Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ таралды һәм ауылға ут ҡабау ҡурҡынысы тыуҙы.
Ҡоро, елле һауа торошонда янғын хәүефһеҙлеге сараларын күреү мотлаҡ. Янғынды, эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, уларҙы булдырмау еңелерәк.