Күңел байрамы
Өсбүләк ауылында ғаилә байрамы булды. Унда биш өлгөлө ғаилә ҡатнашты. Улар араһында Альберт һәм Ғәлиә Рәхмәтуллиндарҙың ғаиләһе иң өлкәне. Бергә 55 йыл ғүмер кисергән был пар. Сара барышында презентациялар күрһәттеләр, музыка номерҙары башҡарҙылар. Уларҙы хупларға туғандары ғына түгел, ауылдаштары ла килгәйне.