Йәйҙең тәүге көнөндә ҡар яуҙы! Ул шулай уҡ Дүртөйлөлә, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскиҙа яуған. Башгидрометүҙәк метеорологтары күҙаллауҙарына ҡарағанда, арктик һауа массаһында төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы -3, +2 градусҡа тиклем түбәнәйеүе мөмкин, тупраҡҡа -2, -7 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. 2 июндә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ секундына 16 метрғаса етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -3, +2, көндөҙ +8, +13 градус буласаҡ. Тик беҙҙе һыуыҡ менән ҡурҡытырмын тимә! Иртәгә бөтәбеҙ ҙә йылыраҡ кейенәбеҙ ҙә, Һабантуйға барабыҙ!