Бөгөн Өсбүләк ауылы балалары ата-әсәләре һәм клуб мөдире менән бергә Бәзелеү быуаһына экскурсияға бара. Тәбиғәт ҡосағында балалар Кәкүк сәйе байрамын үткәрәсәк. Г. Сиразетдинова ҡырағай үҫемлектәр тураһында һөйләйәсәк, шунан бергәләшеп ҡаҙанда балыҡ һурпаһы бешерәсәктәр, самауыр ҡайнатып үлән сәйе эсәсәктәр һәм йәйҙән мул уңыш, аяҙ көндәр һораясаҡтар.