+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
20 Июнь 2018, 17:07

Аяҙ көндәрҙән файҙаланалар

М.В. Фрунзе ис. кооператив беренселәрҙән булып мал аҙығы әҙерләүгә төштө. 50 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сабылды. Был эштәрҙе тәжрибәле механизатор Фадеев Михаил алып бара. Балалар пособиеһы- МФЦ аша1 июлдән социаль ярҙам сараларын алыуға документтар, ғаризалар ҡабул итеү, белешмәләр биреү күп функциялы үҙәктә башҡарыла. Был хаҡта ентеклерәк гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

М.В. Фрунзе ис. кооператив беренселәрҙән булып мал аҙығы әҙерләүгә төштө. 50 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сабылды. Был эштәрҙе тәжрибәле механизатор Фадеев Михаил алып бара.

Балалар пособиеһы МФЦ аша

1 июлдән социаль ярҙам сараларын алыуға документтар, ғаризалар ҡабул итеү, белешмәләр биреү күп функциялы үҙәктә башҡарыла. Был хаҡта ентеклерәк гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.


Балаларҙы күңелле Һабантуй көтә

Ошо көндәрҙә Фёдоровка “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһында балалар һабантуйы була. Сараны физкультура буйынса инструктор менән тәрбиәселәр ойоштора. Был күңелле, шул уҡ ваҡытта спорт сараһы балалар баҡсаһының спорт майҙансығында уҙасаҡ. Балалар ярыштарҙа, халыҡ уйындарында һәм команда ярыштарында көс һынашасаҡ.

Йәшә, шишмә

Иртәгә Дедово ауыл билмәһе балалары “Тере шишмә” экологик өмәһендә ҡатнашасаҡ. Улар ауыл клубы мөдире О. Мичурина менән бергә “Заря” сығанағына барып, канауын таҙартасаҡ, шишмә территоияһынан сүп-сарҙы һәм ҡороған ағастарҙы йыясаҡ. Эшләгәндән һуң бергәләшеп Романов сауҡалығына ял итергә барасаҡ.
Читайте нас: