+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
22 Июнь 2018, 16:53

Сираттағы өмә

Һәйет ауылында төҙөлгән мәсеттең ҡоймаһын эшләү буйынса өмә ошо ял көндәрендә уҙасаҡ. Штакетниктан ҡойманы ауылдың инициативалы ирҙәре бригадаһы төҙөйәсәк. Шәжәрә байрамы Юлдаш ауылында 7 июлдә була. Ҡунаҡтарҙы Кинйәбаевтар үҙ шәжәрәһе менән таныштырасаҡ.

Һәйет ауылында төҙөлгән мәсеттең ҡоймаһын эшләү буйынса өмә ошо ял көндәрендә уҙасаҡ. Штакетниктан ҡойманы ауылдың инициативалы ирҙәре бригадаһы төҙөйәсәк.

Шәжәрә байрамы

Юлдаш ауылында 7 июлдә була. Ҡунаҡтарҙы Кинйәбаевтар үҙ шәжәрәһе менән таныштырасаҡ.

Матбуғатҡа яҙылыу – мөһим эш

Район хакимиәтендә 28 июндә район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы була. Унда район гәзитенә яҙылыу барышы мәсьәләһе ҡараласаҡ. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаларынан тыш, улытыршҡа ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре, почтальондар саҡырыла.

77 йыл Бөйөк Ватан һуғышы башланған

Фёдоровка ауылы майҙанында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған митинг булды. Бында ветерандар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ауылдың учреждение һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған федоровкалар йыйылды.

Тротуар һәм майҙансыҡ торошо яҡшырасаҡ

Бөгөн Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре бригадаһы (бригадирҙары- юл мастеры М.И. Сайкин) Социалистик урамындағы музыка мәктәбенә илтеүсе юлды төҙөкләндереү менән мәшғүл. Майҙансыҡ менән тротуарға асфальт түшәләсәк.
Читайте нас: