Быйыл “Бег мира-2018!” Халыҡ-ара бөтә донъя факел эстафетаһы Рәсәйҙе, Европа, Африка һәм Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрен, Көньяҡ Кореяны, Японияны, Австралияны, Яңы Зеландияны, Аргентинаны, Мексиканы индереп, 100-гән илдәрҙең территориялары аша үтә.Эстафета маршрутының дөйөм оҙонлоғо 70 мең километрҙан ашыу. Был донъяла иң оҙон эстафета, унда ҡатнашыусылар олимпиада стилендә изге ихтыяр символы булған янып торған факелды ҡулдан- ҡулға тапшырасаҡ. Йүгереүселәр теләһә ниндәй һауа торошонда ла тиҫтәләгән һәм йөҙләгән километр үтәсәк.
Рәсәйҙә эстафета Төмәндә 12 июндә башланған, унда Рәсәй эстафетаһының мөһим - Көнбайыш һәм Көнсығыш тармаҡтары старт алған. Рәсәй территорияһында эстафета тантаналы рәүештә Халыҡ-ара Азатлыҡ көнөндә, 21 сентябрҙә Ставрополдә ябыласаҡ.
6-16 июлдә факель эстафетаһының Рәсәй этабы БР территорияһы буйынса үтәсәк.
Иң ҡыҙыҡлыһы- 15 июлдә эстафета маршурты Фёдоровка районы буйлап үтәсәк. Йүгереүсе-ирекмәндәрҙе Һәйет ауылында, шунан Бала Сытырманда ҡаршылап, улар менән селфи төшөү мөмкинлеге буласаҡ. Шунан йүгереүҙә ҡатнашыусылар Фёдоровкаға етәсәк, шунан һуң “Бег мира” эстафетаһы күрше Стәрлебаш районы территорияһы буйынса дауам итәсәк.