Район хужалыҡтарында бесән әҙерләү бара. “Яһаҡлы” крәҫтиән-фермер хужалығында күп йыллыҡ үләндәр 800 гектарҙы биләй. Бөгөнгә сабылған участка майҙаны 200 гектарҙан ашыу. Үлән ҡуйы булмаһа ла, һутлы, бошонорға урын юҡ, бесән етерлек буласаҡ.
14 июлдә Ауырғазы районы Юламан ауылында икенсе республика “Уяв” сыуаш мәҙәниәте байрамы уҙған. Унда республиканың төрлө райондарынан 30-ҙан ашыу коллектив һәм Сыуашстан Республикаһынан ике ансамбль ҡатнашҡан. Айырым бәләкәй сәхнәлә гармунсыларҙың “Уйна, сыуаш гармуны!” башҡарыу оҫталығының беренсе республика фестиваль- конкурсы үткән. Сарала ҡатнашып, Кирюшкин ауыл мәҙәниәт йортонан гармунсылар Иван Фёдоров, Василий Русаков, Валерий Семенов һәм солист Антонина Семенова, Новоселка ауыл мәҙәниәт йортонан “Туставан” халыҡ ансамбле (етәкселәре Светлана Юдина) дипломант булғандар.