БР-лағы “Россельхозцентр” федераль учреждениеһы идаралығының Фёдоровкалағы филилаы М.В. Фрунзе ис. кооперативтың орлоҡ сәсеүлектәрен, “Маяҡ”, “Линар” йәмғиәттәренең ужым культураларын, “Линар” йәмғиәтенең яҙғы бойҙай һәм арпа орлоҡтарын тикшерҙе. Улар сәсеүгә ярашлы тип билдәләнде, теләге булған хужалыҡтар атап үтелгән культураларҙың репродуктлы сифатлы орлоғон һатып ала ала.