+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
27 Август 2018, 16:16

Рәсәй- балаларға

Рәсәй флагы көнө- бөтә рәсәйҙәрҙең байрамы, бөйөк илебеҙҙең тарихына дан йырлау. Өс төҫтәге флаг Рәсәй Дәүләтенең барлыҡҡа килеүенә бәйле, ул хәрби еңеүҙәр һәм уңыштар символы булып тора.

Рәсәй флагы көнө- бөтә рәсәйҙәрҙең байрамы, бөйөк илебеҙҙең тарихына дан йырлау. Өс төҫтәге флаг Рәсәй Дәүләтенең барлыҡҡа килеүенә бәйле, ул хәрби еңеүҙәр һәм уңыштар символы булып тора.

22 августа Фёдоровка ауылының мәҙәниәт һәм ял итү паркында балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Рәсәй флагы аҫтында йәшәйем дә, үҫәм дә” белем информинаһын үткәрҙе. Уҡыуҙар залы китапханасыһы Е.Ю. Иманғолова йәш китап уҡыусыларҙы флагтың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы.

Артабан РФ гимны яңғыраны, флаг тураһында шиғырҙар уҡылды. Шунан китап уҡыусылар уйын программаһында ҡатнашты.

Рәсәй һәм уның символдары хаҡындағы әңгәмә балаларҙа илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе уятты һәм илебеҙ тарихына ҡатнашлыҡтары барлығын белдерҙе.

Е.Ю. ИМАНҒОЛОВА,

Фёдоровка балалар китапханаһының уҡыуҙар залы китапханасыһы.
Читайте нас: