-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
3 Сентябрь 2018, 14:15

Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Илебеҙ Президенты Путиндың Рәсәй халҡына пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһе һәм уға ҡарата тәҡдимдәр буйынса мөрәжәғәтенән һуң бер нисә кешенең фекерен белдек.

Илебеҙ Президенты Путиндың Рәсәй халҡына пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһе һәм уға ҡарата тәҡдимдәр буйынса мөрәжәғәтенән һуң бер нисә кешенең фекерен белдек.

Роза, 65 йәш:

-55 йәшем тулыу менән эштән киттем. Эшләһәм дә булыр ине, әммә кеше һүҙе теңкәмә тейҙе. Сәләмәтлек булһа эшләргә була.

Алевтина, 40 йәш:

-Президент ыңғай нимәләр хаҡында һөйләне, тәҡдим ителгән пенсия йәшен күпмегәлер булһа ла кәметте. Эштән ҡәнәғәтлек алыу, пенсияға сыҡҡас рәхәтләнеп ял итеү өсөн йәштәргә сәләмәтлектәрен ҡайғыртырға кәрәк буласаҡ, һығымта шул.

Дамир, 25 йәш:
-Мин эшләй башланым ғына, ниндәй пенсия ти әле! Атай-әсәйем, әлбиттә, ялға сығырға иртәрәк булыуын белгәс, борсолдо. Әле уларға 45 һәм 47 йәш. Хәҙер бының менән килештеләр һымаҡ инде.
Читайте нас: