2004 йылдың 3 сентябрендә Рәсәйҙә иң ҡот осҡос террорсылыҡ акттарының береһе булды: Беслан мәктәбендә боевиктар меңдән ашыу баланы, уларҙың туғандарын һәм уҡытыусыларҙы ҡулға алды. Махсус операция һөҙөмтәһендә күпселеге азат ителде, 334-е һәләк булды. Бесландағы теракттан һуң Рәсәй президенты 3 сентябрҙе Террорсылыҡ ҡорбандарын иҫкә алыу көнө, тип иғлан итте. Ошо ҡайғылы ваҡиға көнөндә бөтә ил буйынса матәм митингылары, реквием-концерттар уҙа, һәләк булыусылар иҫтәлегенә шәмдәр ҡабыҙыла һәм 334 аҡ шар күккә осорола. Был көндә Беслан ҡорбандарын ғына түгел, террорсылар ҡулынан зыян күргән рәсәйҙәрҙе лә иҫкә алалар. Федоровка район китапханаһы аҙна дауамында террорсылыҡ менән көрәшкә бағышланған төрлө акциялар үткәрәсәк.