+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Сентябрь 2018, 13:47

Киләһе уңыш өсөн баҡсаны нисек әҙерләргә – белгестәр кәңәше

Уңышты йыйып алғандан һуң тупраҡты яңыртыу тураһында уйланырға кәрәк. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре нисек быны органик (тиреҫ) һәм минераль ашламаларһыҙ – йәшел ашлама тип йөрөтөлгән сидерат үҫемлектәр ярҙамында эшләү буйынса кәңәштәр бирә. Ул – ужым арышы, бойҙайы, һолоһо, гәрсис, тиле шалҡан (сурепка), рапс, борсаҡ, әсе борсаҡ (люпин), ноҡот борсағы (фасоль), туҡранбаш (клевер). «Уларҙы уңышты йыйып алғандан һуң сәсәләр. Үҫемлектәрҙең үҫеп, ҡыуаҡланып өлгөрөүе мөһим. Уларҙы сәскә атҡанға тиклем киҫеп, түтәлде ҡаҙмай ғына тупраҡҡа инделәр», — тип аңлатты Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының етештереү буйынса директор урынбаҫары Ришат Багманов. Ҡуҙаҡлы культуралар тупраҡты азот менән байыта, гәрсис үҫемлектәрҙең фитофтороз, ризоктониоз менән ауыуырыуын кәметә, ҡаты ҡортты ҡурҡыта. Ауырыу тыуҙырыусыларын шулай уҡ майлы шалҡан юҡ итә. Сидераттарҙы яҙғыһын да, ҡышҡылыҡҡа ла сәсергә мөмкин, әммә уны «ял итәсәк» түтәлдәрҙә эшләү яҡшыраҡ була, тиҙәр тәжрибәле баҡсасылар. Емешле ағастар һәм ҡыуаҡтар аҫтында ярлы, ауыр һәм әсе тупраҡтарҙа ҡарабойҙай үҫтереү зарур.ӨФӨ. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уңышты йыйып алғандан һуң тупраҡты яңыртыу тураһында уйланырға кәрәк. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре нисек быны органик (тиреҫ) һәм минераль ашламаларһыҙ – йәшел ашлама тип йөрөтөлгән сидерат үҫемлектәр ярҙамында эшләү буйынса кәңәштәр бирә. Ул – ужым арышы, бойҙайы, һолоһо, гәрсис, тиле шалҡан (сурепка), рапс, борсаҡ, әсе борсаҡ (люпин), ноҡот борсағы (фасоль), туҡранбаш (клевер).

«Уларҙы уңышты йыйып алғандан һуң сәсәләр. Үҫемлектәрҙең үҫеп, ҡыуаҡланып өлгөрөүе мөһим. Уларҙы сәскә атҡанға тиклем киҫеп, түтәлде ҡаҙмай ғына тупраҡҡа инделәр», — тип аңлатты Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының етештереү буйынса директор урынбаҫары Ришат Багманов.

Ҡуҙаҡлы культуралар тупраҡты азот менән байыта, гәрсис үҫемлектәрҙең фитофтороз, ризоктониоз менән ауыуырыуын кәметә, ҡаты ҡортты ҡурҡыта. Ауырыу тыуҙырыусыларын шулай уҡ майлы шалҡан юҡ итә.

Сидераттарҙы яҙғыһын да, ҡышҡылыҡҡа ла сәсергә мөмкин, әммә уны «ял итәсәк» түтәлдәрҙә эшләү яҡшыраҡ була, тиҙәр тәжрибәле баҡсасылар. Емешле ағастар һәм ҡыуаҡтар аҫтында ярлы, ауыр һәм әсе тупраҡтарҙа ҡарабойҙай үҫтереү зарур.

ӨФӨ. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас: