+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Сентябрь 2018, 13:30

Юрматы ырыуы башҡорттары тураһындағы китап донъя күрҙе

“Башҡорт халҡы тарихы”. 30-сы том. Юрматы. 1-се өлөшҒилми баҫма Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тамыр йәйгән Юрматы башҡорт ырыуы тарихына бағышланған. Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Фёдоровка райондарында, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Түбәнге Сергиев районында йәшәүсе башҡорттар-юрматылар был томдың беренсе өлөшөн тикшереүе объект булды. Китапта атап үтелгән төбәк башҡорттарының тарихи юлы сағылдырылған.

“Башҡорт халҡы тарихы”. 30-сы том. Юрматы. 1-се өлөш

Ғилми баҫма Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тамыр йәйгән Юрматы башҡорт ырыуы тарихына бағышланған. Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Фёдоровка райондарында, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Түбәнге Сергиев районында йәшәүсе башҡорттар-юрматылар был томдың беренсе өлөшөн тикшереүе объект булды. Китапта атап үтелгән төбәк башҡорттарының тарихи юлы сағылдырылған. Эштең күпселек өлөшөн Ҡушымта биләй, унда РГАДА фондынан алынған ер мөнәсәбәттәре, 1917 һәм 1920 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу материалдары, шулай уҡ Башҡорт-мещер ғәсҡәренең VII башҡорт кантоны тураһындағы формуляр яҙмалары, шәжәрәләр, документтар индерелгән.
Китап ғалимдар, крайҙы өйрәнеүселәр, ата-бабалары тураһындағы хәтерҙе һаҡлаусылар өсөн бик әһәмиәтле буласаҡ.
Читайте нас: