Юлдарҙы территорияның үҫеш күрһәткесе тип әйтәләр. Күреүебеҙсә, район үҙәге урамдарының торошо яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Шулай, был аҙнала Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре Коммунистик урамы буйынса күперҙән башлап Социалистик урамы киҫелешенә тиклемге юлға асфальт түшәй. Шулай уҡ киләсәктә Ленин урамындағы үҙәк юл участкаһы ла төҙөкләндереләсәк.