Сентябрь аҙағында Салауат Юлаев һәйкәле янында торған тирмәләрҙең яныуын һүндереүҙә 5 техника һәм 12 кеше ҡатнашҡан. Асыҡланыуынса, ике тирмә һәм өс киоск янып, көлгә әйләнгән. Кешеләр араһында зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында белгестәр эшләй.