+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
4 Октябрь 2018, 17:39

Башҡортостан халҡы капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса бурысын онлайн-режимда белә ала

Башҡортостан Төбәк операторы сайтында яңы «Үҙ бурысыңды белеү» сервисы эшләй башланы. Бүлектә хужалары ике айҙан ашыу капиталь ремонтҡа иғәнә түләмәгән биналар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Бурыстар буйынса мәғлүмәттәр ай һайын 15-нән ҡалмай яңырып торасаҡ. Яңы сервис торлаҡ һатып алыусыларға капиталь ремонтҡа булыстар буйынса мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән, сөнки ул фатирҙың яңы хужаһына күсә, дәүләт, республика һәм муниципаль мөлкәте буйынса бурыстарҙы иҫәпкә алмағанда. «Үҙ бурысыңды белеү» сервисына ошо һылтанма буйынса күсергә мөмкин. Эҙләү юлына адрестың бер өлөшөн яҙырға һәм килеп сыҡҡан исемлектән тейешле йортто һайларға кәрәк. Сервиста айлыҡ түләү суммаһы һәм ағымдағы ай өсөн түләүҙәр иҫәпкә алынмаған бурыс тураһында мәғлүмәт сағыла, тип аңлаттылар Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә.“Башинформ”.

Башҡортостан Төбәк операторы сайтында яңы «Үҙ бурысыңды белеү» сервисы эшләй башланы. Бүлектә хужалары ике айҙан ашыу капиталь ремонтҡа иғәнә түләмәгән биналар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Бурыстар буйынса мәғлүмәттәр ай һайын 15-нән ҡалмай яңырып торасаҡ.

Яңы сервис торлаҡ һатып алыусыларға капиталь ремонтҡа булыстар буйынса мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән, сөнки ул фатирҙың яңы хужаһына күсә, дәүләт, республика һәм муниципаль мөлкәте буйынса бурыстарҙы иҫәпкә алмағанда.

«Үҙ бурысыңды белеү» сервисына ошо һылтанма буйынса күсергә мөмкин. Эҙләү юлына адрестың бер өлөшөн яҙырға һәм килеп сыҡҡан исемлектән тейешле йортто һайларға кәрәк. Сервиста айлыҡ түләү суммаһы һәм ағымдағы ай өсөн түләүҙәр иҫәпкә алынмаған бурыс тураһында мәғлүмәт сағыла, тип аңлаттылар Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә.

“Башинформ”.
Читайте нас: