+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
4 Октябрь 2018, 17:46

Башҡортостанда башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы булдырылды

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров – ассоциация етәксеһе итеп һайланды. Конференцияла ҡатнашыусылар республикала башҡорт һәм туған тел уҡытыусыларының һөнәри берләшмәһен ойоштороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башҡортостандың башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһының маҡсаты – профессиональ, рухи-мәҙәни мәсьәләләрҙе берлектә тормошҡа ашырыу, туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү. Ассоциация уҡытыусыларҙың һөнәри аралашыу һәм милли белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡ булырға, күп милләтле республика халыҡтарының дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш. “Башинформ”.

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров – ассоциация етәксеһе итеп һайланды.

Конференцияла ҡатнашыусылар республикала башҡорт һәм туған тел уҡытыусыларының һөнәри берләшмәһен ойоштороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башҡортостандың башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһының маҡсаты – профессиональ, рухи-мәҙәни мәсьәләләрҙе берлектә тормошҡа ашырыу, туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү.

Ассоциация уҡытыусыларҙың һөнәри аралашыу һәм милли белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡ булырға, күп милләтле республика халыҡтарының дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.

“Башинформ”.
Читайте нас: