Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы суд ҡарарҙары буйынса башҡарма производство ҡуҙғатылған бурыслыларға автошылтырытыу системаһын файҙалана. Был — бурыс һәм мәжбүри түләттереү саралары хаҡында законлы мәғлүмәт биреү ысулы. «Шылтыратыуҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға, шулай уҡ ҡабаттан шылтыратырға йәки SMS ебәреп маташырға кәрәкмәй — был хеҙмәткәр түгел, ә программа. Хәбәрҙе аҙағынаса тыңлағыҙ һәм йәшәгән урынығыҙ буйынса приставтар хеҙмәте бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сайтында «Башҡарма производстволарҙың мәғлүмәттәр базаһы» сервисы ярҙамында ла алырға мөмкин», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр приставтар. Йыл башынан Башҡортостанда йәшәгән 300 меңгә яҡын бурыслы кешегә шылтыратыу булған.