Фәйрүз Мөрсәлимов тыуған Балыҡлыбаш ауылы янындағы шишмә эргәһендә. Унда юлсылар өсөн уңайлы эскәмйә лә ҡуйған. Әле был үҙенсәлекле парк балыҡлыбаштарҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бында шәжәрә байрамдары, сыныфташтар, ауылдаштар осрашыуҙары үткәрелә.