Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса шаршамбы,
5 октябрҙә, Башҡортостанда ҙур булмаған ямғыр яуа. Көндөҙ, республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса көслө ямғыр яуа.
Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫә, көсәйеүсән.
Һауа температураһы көндөҙ 10-15 градус.
Шәмбе 6 октябрҙә төбәктә аҙ ғына, урыны менән уртаса ямғыр яуа, көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 1-6 градус йылы, көндөҙ 5-10 градусҡа тиклем йылыта.
Йәкшәмбе, 7 октябрҙә, синоптиктар аҙ ғына, урыны менән уртаса ямғыр вәғәҙәләй. Төндә һәм иртән көнсығыш райондарҙа ҡарлы ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын.
Һауа температураһы төндә -3,+2 градус. Көндөҙ йылыраҡ – 8-13 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.