Башҡортостанда йәш һәм талантлы башҡарыусылар өсөн «Алтын йырҙар» проекты башлана. Проект Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында уҙғарыла.
Конкурстың бүләк фонды 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Шоуҙың бөтә этаптарын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин. Кастингтар 22-30 октябрҙә республиканың дүрт ҡалаһында — Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Сибайҙа ойошторола.
«Әгәр һиңә 16-30 йәш, башҡорт телендә йырлайһың икән — көсөңдө һынап ҡарарға кил! Төрлө форматтағы һәләтле йырсыларҙы — яңғыҙ башҡарыусыларҙы, дуэттарҙы, төркөмдәрҙе көтәбеҙ», — тип саҡыра ойоштороусылар.
Ҡатнашыу өсөн анкета тултырырға һәм башҡорт телендә музыкаль сығыш әҙерләргә кәрәк. Проектта ҡатнашыу бушлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.