0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
16 Октябрь 2018, 13:39

Рәсәй сифат системаһы Башҡортостанда етештерелгән һөттә етешһеҙлектәр тапҡан

Рәсәй сифат системаһы тикшеренеүе 3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөттә Башҡортостан һөт заводтары ризыҡтарында етештереү технологияларын боҙоуҙы асыҡлаған. «Свое наше» һөтөндә үҫемлек майҙары барлығы теркәлгән. «Дәүләкән» маркаһында киптерелгән һөт ҡушыу асыҡланған. Бындай ризыҡты «эсәр һөт» тип атарға ярамай, тик «тергеҙелгән» генә. «Белое облако» маркалы һөттә пастеризациялау менән бөтөрөлмәгән эсәк таяҡсаһы асыҡланған. 26 сифат һәм хәүефһеҙлек параметры буйынса бөтәһе 90 сауҙа маркаһы тикшерелгән. 3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөт популяр булып һанала һәм баҙарҙың 38% биләй.«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Рәсәй сифат системаһы тикшеренеүе 3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөттә Башҡортостан һөт заводтары ризыҡтарында етештереү технологияларын боҙоуҙы асыҡлаған. «Свое наше» һөтөндә үҫемлек майҙары барлығы теркәлгән. «Дәүләкән» маркаһында киптерелгән һөт ҡушыу асыҡланған. Бындай ризыҡты «эсәр һөт» тип атарға ярамай, тик «тергеҙелгән» генә. «Белое облако» маркалы һөттә пастеризациялау менән бөтөрөлмәгән эсәк таяҡсаһы асыҡланған.

26 сифат һәм хәүефһеҙлек параметры буйынса бөтәһе 90 сауҙа маркаһы тикшерелгән. 3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөт популяр булып һанала һәм баҙарҙың 38% биләй.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: