+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
25 Октябрь 2018, 16:41

Рюкзакта- сағыу стикер

“Иғтибар-балалар!” профилактик сараһы районда 22 октябрҙә старт алды. Уны дәүләт автоинспекцияһы мәғариф бүлеге менән берлектә үткәрә. Юл-патруль хеҙмәте нарядтары водителдәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын үтәү мәсьәләһе буйынса эште әүҙемләштерҙе, айырып әйткәндә, йәйәүлеләр юлын үтеү, балалар креслоларын файҙаланыу, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп йөрөү буйынса. Көн ҡыҫҡарыу сәбәпле, ата-әсәләргә баланың кейемендә һәм портфелендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙың булыуын ҡайғыртырға кәрәк. Улар водителгә йәйәүлене ваҡытында күреү мөмкинлеген бирә.

Читайте нас: