-5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
29 Октябрь 2018, 15:06

Республикала мәктәптәр һәм поликлиникалар төҙөү ике тапҡырға кәмегән

2018 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда сменаһына ни бары 28 кешене ҡабул итерлек поликлиникалар сафҡа индерелгән. Яңы медицина учреждениелары Күмертауҙа һәм Дыуан районында асылған – улар сменаһына 20 һәм 8 кешене ҡабул итергә һәләтле. Был уҙған йыл күрһәткесенә 40% ҡына тәшкил итә. Ул саҡта сменаһына 7 кешене ҡабул итерлек амбулатор-поликлиника учреждениелары төҙөлгән. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, мәктәптәр төҙөү ике тапҡырға кәмегән, 950 урынлыҡ белем усаҡтары сафҡа индерелгән. 2017 йылда был күрһәткес 1575 урын тәшкил иткән. Балалар баҡсаларын һалыу үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6,3% артҡан (170 урын). Иң ҙур үҫеш — 2,3 тапҡырға — клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыуға бәйле теркәлгән. Илеш районында 300 урынлыҡ яңы клуб асылған. 2018 йылда Бүздәк районында майҙаны 231 квадрат метрлыҡ йөҙөү бассейны, Нефтекамала — 40 урынлыҡ бассейн, ә Белоретта 20 урынлыҡ балалар һауыҡтырыу лагеры сафҡа индерелгән. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларын сафҡа индереүҙә — икенсе, мәктәптәр буйынса — бишенсе, балалар баҡсалары буйынса — етенсе һәм поликлиникалар буйынса һигеҙенсе урынды биләй."Башинформ".

2018 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда сменаһына ни бары 28 кешене ҡабул итерлек поликлиникалар сафҡа индерелгән. Яңы медицина учреждениелары Күмертауҙа һәм Дыуан районында асылған – улар сменаһына 20 һәм 8 кешене ҡабул итергә һәләтле. Был уҙған йыл күрһәткесенә 40% ҡына тәшкил итә. Ул саҡта сменаһына 7 кешене ҡабул итерлек амбулатор-поликлиника учреждениелары төҙөлгән.


Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, мәктәптәр төҙөү ике тапҡырға кәмегән, 950 урынлыҡ белем усаҡтары сафҡа индерелгән. 2017 йылда был күрһәткес 1575 урын тәшкил иткән. Балалар баҡсаларын һалыу үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6,3% артҡан (170 урын). Иң ҙур үҫеш — 2,3 тапҡырға — клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыуға бәйле теркәлгән. Илеш районында 300 урынлыҡ яңы клуб асылған. 2018 йылда Бүздәк районында майҙаны 231 квадрат метрлыҡ йөҙөү бассейны, Нефтекамала — 40 урынлыҡ бассейн, ә Белоретта 20 урынлыҡ балалар һауыҡтырыу лагеры сафҡа индерелгән.


Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларын сафҡа индереүҙә — икенсе, мәктәптәр буйынса — бишенсе, балалар баҡсалары буйынса — етенсе һәм поликлиникалар буйынса һигеҙенсе урынды биләй.

"Башинформ".
Читайте нас в