+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
30 Октябрь 2018, 19:51

Һуңғы яңылыҡтар

Нимә белергә теләйһегеҙ? Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата мәғлүмәти күргәҙмә әҙерләй. Күмәкбеҙ ҙә икән... 2 ноябрҙә район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең һәм традицияларының күп төрлөлөгө» күргәҙмә-экспозицияһын ойошторасаҡ. Ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә! Район балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре иртәгә Фёдоровка 1-се мәктәбендә «Әкиәттәр иле ҡайҙа ул, беләһегеҙме?» тип аталған сара үткәрәсәк. Көҙгө каникул көндәрендә уҙғарылған был сара уйын рәүешендә ойоштороласаҡ. Улар хаҡында ниҙәр беләһегеҙ? Балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата “Минин менән Пожарский – рус ерҙәрен һаҡлаусылар” презентацияһын үткәрәсәк. Өфөгә сәйәхәт Район балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһында шөғөлләнеүсе балалар Бөтә Рәсәй йәш туристар-крайҙы өйрәнеүселәр уҡыуҙарының республика этабында ҡатнашасаҡ. Ял итеп ал Фёдоровка ауылының үҙәк майҙанына матур эскәмйәләр ҡуйылған. Хәҙер арыған юлсылар ултырып хәл ала аласаҡ.Прививка эшләттеңме әле? Федоровка район дауаханаһына киҙеүгә ҡаршы вакциналар тағы ҡайтартыласаҡ. Әле һалҡын тейҙереп ауырыған балалар күп. Прививка эшләтеп өлгөрмәгәндәр дауаханаға рәхим итһен. Ниндәй исемдәр популяр?Район ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә 9 бала донъяға килгән, 3 никах теркәлгән, дүрт никах тарҡалған, 14 кеше вафат булған. Һуңғы ваҡытта тыуған сабыйҙарҙың исемдәре: Тимур, Михаил, Даниэль, Адель, Аделина, Владислав, Алһыу, Данил, Азалия.

Нимә белергә теләйһегеҙ?

Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата мәғлүмәти күргәҙмә әҙерләй.

Күмәкбеҙ ҙә икән...

2 ноябрҙә район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең һәм традицияларының күп төрлөлөгө» күргәҙмә-экспозицияһын ойошторасаҡ.

Ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә!

Район балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре иртәгә Фёдоровка 1-се мәктәбендә «Әкиәттәр иле ҡайҙа ул, беләһегеҙме?» тип аталған сара үткәрәсәк. Көҙгө каникул көндәрендә уҙғарылған был сара уйын рәүешендә ойоштороласаҡ.

Улар хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?

Балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата “Минин менән Пожарский – рус ерҙәрен һаҡлаусылар” презентацияһын үткәрәсәк.

Өфөгә сәйәхәт

Район балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһында шөғөлләнеүсе балалар Бөтә Рәсәй йәш туристар-крайҙы өйрәнеүселәр уҡыуҙарының республика этабында ҡатнашасаҡ.

Ял итеп ал

Фёдоровка ауылының үҙәк майҙанына матур эскәмйәләр ҡуйылған. Хәҙер арыған юлсылар ултырып хәл ала аласаҡ.

Прививка эшләттеңме әле?

Федоровка район дауаханаһына киҙеүгә ҡаршы вакциналар тағы ҡайтартыласаҡ. Әле һалҡын тейҙереп ауырыған балалар күп. Прививка эшләтеп өлгөрмәгәндәр дауаханаға рәхим итһен.

Ниндәй исемдәр популяр?
Район ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә 9 бала донъяға килгән, 3 никах теркәлгән, дүрт никах тарҡалған, 14 кеше вафат булған. Һуңғы ваҡытта тыуған сабыйҙарҙың исемдәре: Тимур, Михаил, Даниэль, Адель, Аделина, Владислав, Алһыу, Данил, Азалия.
Читайте нас: