+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
2 Ноябрь 2018, 14:50

2 ноябргә район яңылыҡтары

Һәйеттә балалар майҙансығы төҙөләБыл эш быйыл урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуҙары арҡаһында мөмкин булды. Уны “Теплоэнерго» йәмғиәте эшселәре башҡара. Улар шулай уҡ мәктәп бинаһы түбәһен дә ремонтлай.Барыһы ла халыҡ өсөнКисә Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үтте. Унан һуң йыйылыусылар иғтибарына Ғаилә йылына арналған концерт тәҡдим ителде.Тиҙҙән ҡарлы-буранлы ҡыш етәСиноптиктар фаразлауынса, быйыл ҡар ноябрҙә ятасаҡ. Әле Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре ҡар таҙартыу техникаларын ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙерләй. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре ошо ойошма һәм шәхси тракторлы кешеләр менән бурандарҙан һуң ауылдар юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн килешеүҙәр төҙөй.Төндә лә яҡты буласаҡхәҙер Фёдоровка ауылы үҙәгендә. Кисә “ГИП-Электро” йәмғиәте эшселәре Ленин урамында яҡтылыҡ диодлы һигеҙ лампа ҡуйҙы. Был эш электр энергияһын ҡулланыуҙы кәметеү өсөн дә эшләнә.Тәҙрәләрҙе алмаштырырға кәрәк, тип хәл иткәндәрҺәйет ауылындағы З. Ураҡсин ис. мәктәптә киләһе йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса дөйөм йыйылыш үткән. Унда халыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт урынлашҡан ошо бинаның иҫке тәҙрәләрен пластиктан эшләнгән яңыларға ялмаштырырға кәрәк, тигән фекергә килгән һәм өлөшләтә ярҙам итәсәген белдергән.Мәҙәниәт йорто тамашасылар өсөн дә, артистар өсөн дә һәр саҡ асыҡИртәгә Бала Сытырман ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған концерт була. Ноябрҙә был мәҙәниәт усағында башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Фирүзә Париждың концерты ла буласаҡ. Был аҙнала райондың 12 мәктәбендә лагерҙар эшләнеКөн һайын балалар өсөн төрлө конкурстар, спорт ярыштары, эстафеталар, сәләмәт тормош рәүеше хаҡында әңгәмәләр, башҡа төрлө саралар үткәрелде.ҠКҠ. Беҙ өсөнсө зонала, шылтыратыуҙар түләүһеҙБашҡортостанда 1 ноябрҙән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Белгестәр халыҡтың уларҙың зонаһындағы ҠКҠ төбәк операторы эше менән бәйле һорауҙарына яуап бирәсәк. Беҙҙең Фёдоровка районын “Эко-Сити” төбәк операторы йәмғиәте хеҙмәтләндерәсәк. Һорауҙар менән 8-800-700-49-00 телефонына шылтыратырға мөмкин.

Һәйеттә балалар майҙансығы төҙөлә

Был эш быйыл урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуҙары арҡаһында мөмкин булды. Уны “Теплоэнерго» йәмғиәте эшселәре башҡара. Улар шулай уҡ мәктәп бинаһы түбәһен дә ремонтлай.


Барыһы ла халыҡ өсөн

Кисә Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үтте. Унан һуң йыйылыусылар иғтибарына Ғаилә йылына арналған концерт тәҡдим ителде.


Тиҙҙән ҡарлы-буранлы ҡыш етә

Синоптиктар фаразлауынса, быйыл ҡар ноябрҙә ятасаҡ. Әле Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре ҡар таҙартыу техникаларын ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙерләй. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре ошо ойошма һәм шәхси тракторлы кешеләр менән бурандарҙан һуң ауылдар юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн килешеүҙәр төҙөй.


Төндә лә яҡты буласаҡ

хәҙер Фёдоровка ауылы үҙәгендә. Кисә “ГИП-Электро” йәмғиәте эшселәре Ленин урамында яҡтылыҡ диодлы һигеҙ лампа ҡуйҙы. Был эш электр энергияһын ҡулланыуҙы кәметеү өсөн дә эшләнә.


Тәҙрәләрҙе алмаштырырға кәрәк, тип хәл иткәндәр

Һәйет ауылындағы З. Ураҡсин ис. мәктәптә киләһе йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса дөйөм йыйылыш үткән. Унда халыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт урынлашҡан ошо бинаның иҫке тәҙрәләрен пластиктан эшләнгән яңыларға ялмаштырырға кәрәк, тигән фекергә килгән һәм өлөшләтә ярҙам итәсәген белдергән.


Мәҙәниәт йорто тамашасылар өсөн дә, артистар өсөн дә һәр саҡ асыҡ

Иртәгә Бала Сытырман ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған концерт була. Ноябрҙә был мәҙәниәт усағында башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Фирүзә Париждың концерты ла буласаҡ.


Был аҙнала райондың 12 мәктәбендә лагерҙар эшләне

Көн һайын балалар өсөн төрлө конкурстар, спорт ярыштары, эстафеталар, сәләмәт тормош рәүеше хаҡында әңгәмәләр, башҡа төрлө саралар үткәрелде.


ҠКҠ. Беҙ өсөнсө зонала, шылтыратыуҙар түләүһеҙ

Башҡортостанда 1 ноябрҙән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Белгестәр халыҡтың уларҙың зонаһындағы ҠКҠ төбәк операторы эше менән бәйле һорауҙарына яуап бирәсәк. Беҙҙең Фёдоровка районын “Эко-Сити” төбәк операторы йәмғиәте хеҙмәтләндерәсәк. Һорауҙар менән 8-800-700-49-00 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: