+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
7 Ноябрь 2018, 16:10

7 ноябргә район яңылыҡтары

Алтын көҙҙөң бер көнөндәДинес ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында йылдың ошо йомарт, бай, иң матур миҙгеленә арналған байрам үтте. Унда балаларҙың ата-әсәләре лә әүҙем ҡатнашты.Машинаның тәгәрмәстәрен алмаштырыр мәл еттеСиноптиктар был аҙнала көндәр һыуытасаҡ, тип фаразлай. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ла ихтимал. Тимәк, водителдәргә машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырыу хаҡында уйларға ваҡыт.“Изге эштәр көнө” тип атаған Юлдаш ауылы ирекмәндәре үҙҙәренең өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү акцияһын. Китапханасы Рәмилә Әлибаева менән клуб мөдире Гөлимә Кинйәбаева етәкселегендә мәктәп уҡыусылары инәй-бабайҙарҙың өйҙәренә барып, уларға хужалыҡ эштәрендә булыша. Тайғаҡ юлдан йөрөгәндә абай булығыҙЮлдарҙың боҙланыуына ҡаршы һәм машиналар хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре бейеклеккә менеү һәм төшөү юлдары эргәһендә ҡом һалынған йәшниктәр ҡуя. Юлдаштар зыярат ҡоймаһын тәртипкә килтергәнҮткән айҙа юлдаштар ауыл зыяратының ҡоймаһын ремонтлаған. Бер яғына улар профнастилдан яңы ҡойма эшләп ҡуйған.Квалификациялы юридик ярҙамды ҡайҙа алырға?Бер ни тиклем ваҡыт буйы районыбыҙ халҡына күрше райондарҙың нотариаль конторалары хеҙмәттәренән файҙаланырға тура килде. Ә хәҙер районыбыҙҙа үҙебеҙҙең нотариусыбыҙ бар инде.Хәрәкәт – һаулыҡ өсөн оло бәрәкәтНоябрь айы ла етте. Баҡса эштәре бөттө, тиерлек, аҙбарҙа ла мәшәҡәттәр кәмеп бара. Тап ошо ваҡытта оло йәштәге кешеләр һаулығын ҡайғырта башлай. Хәҙер ауылдарҙа таяҡҡа таянып бер-бер артлы атлаусы инәй-бабайҙарҙы осратырға мөмкин. Улар скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә - был сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы.

Алтын көҙҙөң бер көнөндә

Динес ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында йылдың ошо йомарт, бай, иң матур миҙгеленә арналған байрам үтте. Унда балаларҙың ата-әсәләре лә әүҙем ҡатнашты.


Машинаның тәгәрмәстәрен алмаштырыр мәл етте

Синоптиктар был аҙнала көндәр һыуытасаҡ, тип фаразлай. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ла ихтимал. Тимәк, водителдәргә машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырыу хаҡында уйларға ваҡыт.


“Изге эштәр көнө”

тип атаған Юлдаш ауылы ирекмәндәре үҙҙәренең өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү акцияһын. Китапханасы Рәмилә Әлибаева менән клуб мөдире Гөлимә Кинйәбаева етәкселегендә мәктәп уҡыусылары инәй-бабайҙарҙың өйҙәренә барып, уларға хужалыҡ эштәрендә булыша.


Тайғаҡ юлдан йөрөгәндә абай булығыҙ

Юлдарҙың боҙланыуына ҡаршы һәм машиналар хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре бейеклеккә менеү һәм төшөү юлдары эргәһендә ҡом һалынған йәшниктәр ҡуя.


Юлдаштар зыярат ҡоймаһын тәртипкә килтергән

Үткән айҙа юлдаштар ауыл зыяратының ҡоймаһын ремонтлаған. Бер яғына улар профнастилдан яңы ҡойма эшләп ҡуйған.


Квалификациялы юридик ярҙамды ҡайҙа алырға?

Бер ни тиклем ваҡыт буйы районыбыҙ халҡына күрше райондарҙың нотариаль конторалары хеҙмәттәренән файҙаланырға тура килде. Ә хәҙер районыбыҙҙа үҙебеҙҙең нотариусыбыҙ бар инде.


Хәрәкәт – һаулыҡ өсөн иң файҙалыһы
Ноябрь айы ла етте. Баҡса эштәре бөттө, тиерлек, аҙбарҙа ла мәшәҡәттәр кәмеп бара. Тап ошо ваҡытта оло йәштәге кешеләр һаулығын ҡайғырта башлай. Хәҙер ауылдарҙа таяҡҡа таянып бер-бер артлы атлаусы инәй-бабайҙарҙы осратырға мөмкин. Улар скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә - был сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы.
Читайте нас: