Көҙгө баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша
Районда көҙгө баҫыу эштәре тамамлана. Фёдоровка ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа “Үҙәк” МТС-ы техникаһы эшләй- кукуруз һәм көнбағыш йыялар.
Бөтә Донъя Фольклориада- 2020-гә әҙерлек сиктәрендә ижади ярыштар
Өфөлә “Фолк-Тайм” Республика фольклор сәнғәте конкурсында Новоселка ауыл мәҙәниәт йортоноң “Мерчен” сыуаш халыҡ ансамбле 3 дәрәжә Дипломы һәм “Фолк-Тайм” статуэткаһы, ә коллектив етәксеһе Вера Семенова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бала Сытырман христиандары өсөн иман йорто
Бала Сытырман ауылында иман йорто бинаһында капиталь ремонт бара. Түбәһен ҡайтанан профнастил менән япҡандар, көмбәҙгә заказ биргәндәр. Объект сафҡа инерелгәс, йәкшәмбе мәктәбе эшмәкәрлеге һәм православтарҙың байрамдарын үткәреү ойоштороласаҡ.
“Жилсервис” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Гончаровка ауылы Мәктәп урамы, 13 йорттоң беренсе подъезының тупһа баҫҡыстарын ремонтланы.
Экология министры посынан китте
Башҡортостанда яңы Экология министры тәғәйенләнәсәк, яҡташыбыҙ Илдар Һаҙыев отставкаға китә.
Хәүефһеҙлектә тәгәрәмәстәрҙең роле ҙур
Шипланған шиналар ҡышҡы юлда хәүефһеҙ йөрөү мөмкинлеген бирә, шуға ла быны инҡар итмәҫкә кәрәк. Районыбыҙҙа боҙлауыҡ шарттарында автомобилдәрҙең юлдан ситкә төшөп китеү осраҡтары булды ла инде.
Баланды ғәҙәттә сентябрь-октябрҙә бешеп еткәс, йыялар. Ә ҡайһы бер баҡсасылар уны һалҡындар башланғас ҡына йыйырға кәңәш итә. Нәҡ әле был емештәр әсе тәмен юғалта, йыйыуы ла еңел, улар иҙелмәй.
Ҡоштарҙы ҡышын тәрбиәләһәң, яҙын файҙаһын күрерһең
Бөгөн Бала Сытырман күп функциялы ауыл клубында “Ҡарабаш турғай көнө” изге эштәр акцияһы үтәсәк.
20 ноябрҙә Оло Сытырман ауыл мәсетендә Мәүлит байрамы уҙасаҡ. Был көндә Аллаһы Тәғәләгә доғалар арналасаҡ, имамдар изге Ҡөрьәндән сүрәләр, аяттар уҡыясаҡ. Сара аҙағында традиция буйынса сәй өҫтәле ҡороласаҡ, ауыл клубының үҙешмәкәр артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ.