Матбуғат баҫмаларына яҙылалар
Оло Сытырман ауылынан Гөлназа Раҡаева менән Минзилә Иҫәнғолова 6-7-шәр баҫмаға яҙылған. Ә һеҙ район гәзитенә булһа ла яҙылдығыҙмы әле?
Ғаилә юбилейҙарын билдәләйҙәр
Быйыл Өсбүләктән Рафиҡ менән Мөсәүиә Ғаффаровтар бергә ғүмер итеүҙәренең 55 йыллығын, Мәүә менән Рәис Латиповтар – алтын туйҙарын, Фәниз менән Нурия Мәсәғүтовтар яҡут туйҙарын билдәләйҙәр.
Виноградығыҙҙы һыуыҡтарҙан һаҡлағыҙ
Районыбыҙ халҡының күбеһе баҡсаларында виноград үҫтерә. Киләһе йылда ла мул уңышы менән ҡыуандырһын, ҡышын туңмаһын өсөн уларҙы хәҙерҙән үк яҡшылап ябып ҡуйырға кәрәк.
Иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә - иң матур бүләктәр
25 ноябрь - Әсәйҙәр көнө. Мәктәп уҡыусылары ошо сараға әҙерләнә, әсәйҙәренә бүләктәр эшләй, йыр-бейеүҙәр өйрәнә.
Алтын юбилейҙары менән ҡотлаясаҡтар
Әсәйҙәр көнөндә Дедово ауыл советы хакимиәте ЗАГС бүлеге начальнигы П.А. Никифорова менән бергә Яңы Ауыл утарында йәшәүсе Рәфис менән Дарикә Мортазиндарҙы алтын туйҙары менән ҡотлаясаҡ.
Яҡтыраҡ һәм экономиялыраҡ буласаҡ
Дедовола Стәрлетамаҡтан килгән электрсылар төнгө яҡтыртыу лампаларын экономиялыраҡҡа алмаштырҙы һәм өҫтәмә бер фонарь ҙә ҡуйҙы.