+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
21 Ноябрь 2018, 17:20

21 ноябргә район яңылыҡтары

Хәүефһеҙлек өсөнАвтомобиль юлдарындағы боҙлауыҡ шарттарында Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ваҡиғаларын булдырмау маҡсатында юлдарға ҡом һипте.Кем иң аҡыллыһы?Районда 7-11 синыф уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы бара. 12 декабргә тиклем 150 тирәһе булдыҡлы уҡыусы 20 йүнәлеш буйынса белемдәрен тикшерәсәк.Ижад юлындаКүгәрсен районы Мораҡ ауылында уҙған “Уңышҡа юл” йәштәр музыкаһы һәм бейеүе төбәк фестивалендә районыбыҙҙан Василий Мингалев 1 урын яуланы һәм 1 дәрәжә лауреат Дипломы менән бүләкләнде. Екатерина Веселова 4 урын алды һәм ҡатнашыусы Дипломына эйә булды.Шағирҙың хәтер кисәһеОло Сытырман ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективы Мәләүез районы Әбит ауылында Ғәли Ильясовтың хәтер көнөнә бағышланған сарала концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Кисәне ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға шағирҙың тол ҡатыны Шәрифә Абудлла ҡыҙы һәм ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова рәхмәттәрен еткерҙе.Һалҡындар башланыу менән травмалар һаны артаТротуарҙарҙа әлегә тайғаҡ булмаһа ла, урыны-урыны менән хәүефле урындар юҡ түгел. Травмаларҙы булдырмау өсөн Фёдоровка үҙәк район дауаханаһы кешеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра.Ғаилә-тормош улЯңы Яуыш ауылында Ғаилә йылы айҡанлы сара уҙҙы. Унда Дәүләтбаевтар, Хәйбуллиндар һәм Шәмсетдиновтар ғаиләләре ҡатнашты. Төрлө конкурстарҙа улар ижади һәләттәрен һәм концерт номерҙары күрһәтте.Әсә- һәр ғаиләлә иң мөһимеБыл аҙнала райондың бөтә ауылдарында ла Әсәйҙәр көнө айҡанлы тантаналар үтәсәк. Батыр ауыл мәҙәниәт йоронда уларҙан тыш, “Ғаилә уйындары” ғаилә ялы көнө планлаштырылған.Гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итәБөгөнгә Покровка ауылы почтаһында район гәзитенә 59 кеше яҙылған.Иҫкергәндәрен алмаштыралар“Йылы йорт” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Федоровка районы МР хакимиәте территорияһындағы аварияларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Иҫкергән торбаларҙы алмаштыралар.Эшҡыуарҙарға ярҙам2018 йылдың 23 ноябрендә Федоровка ауылы, Ленин урамы, 48 адресы буйынса 10.00 сәғәттә семинар уҙасаҡ. Бында потенциаль, яңы эш башлаған һәм эшләп килгән эшҡыуарҙар өсөн бухгалтер иҫәбе һәм һалым мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Хәүефһеҙлек өсөн

Автомобиль юлдарындағы боҙлауыҡ шарттарында Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ваҡиғаларын булдырмау маҡсатында юлдарға ҡом һипте.


Кем иң аҡыллыһы?
Районда 7-11 синыф уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы бара. 12 декабргә тиклем 150 тирәһе булдыҡлы уҡыусы 20 йүнәлеш буйынса белемдәрен тикшерәсәк.


Ижад юлында
Күгәрсен районы Мораҡ ауылында уҙған “Уңышҡа юл” йәштәр музыкаһы һәм бейеүе төбәк фестивалендә районыбыҙҙан Василий Мингалев 1 урын яуланы һәм 1 дәрәжә лауреат Дипломы менән бүләкләнде. Екатерина Веселова 4 урын алды һәм ҡатнашыусы Дипломына эйә булды.


Шағирҙың хәтер кисәһе
Оло Сытырман ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективы Мәләүез районы Әбит ауылында Ғәли Ильясовтың хәтер көнөнә бағышланған сарала концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Кисәне ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға шағирҙың тол ҡатыны Шәрифә Абудлла ҡыҙы һәм ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова рәхмәттәрен еткерҙе.


Һалҡындар башланыу менән травмалар һаны арта
Тротуарҙарҙа әлегә тайғаҡ булмаһа ла, урыны-урыны менән хәүефле урындар юҡ түгел. Травмаларҙы булдырмау өсөн Фёдоровка үҙәк район дауаханаһы кешеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра.


Ғаилә-тормош ул
Яңы Яуыш ауылында Ғаилә йылы айҡанлы сара уҙҙы. Унда Дәүләтбаевтар, Хәйбуллиндар һәм Шәмсетдиновтар ғаиләләре ҡатнашты. Төрлө конкурстарҙа улар ижади һәләттәрен һәм концерт номерҙары күрһәтте.


Әсә- һәр ғаиләлә иң мөһиме
Был аҙнала райондың бөтә ауылдарында ла Әсәйҙәр көнө айҡанлы тантаналар үтәсәк. Батыр ауыл мәҙәниәт йоронда уларҙан тыш, “Ғаилә уйындары” ғаилә ялы көнө планлаштырылған.


Гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә
Бөгөнгә Покровка ауылы почтаһында район гәзитенә 59 кеше яҙылған.


Иҫкергәндәрен алмаштыралар
“Йылы йорт” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Федоровка районы МР хакимиәте территорияһындағы аварияларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Иҫкергән торбаларҙы алмаштыралар.


Эшҡыуарҙарға ярҙам
2018 йылдың 23 ноябрендә Федоровка ауылы, Ленин урамы, 48 адресы буйынса 10.00 сәғәттә семинар уҙасаҡ. Бында потенциаль, яңы эш башлаған һәм эшләп килгән эшҡыуарҙар өсөн бухгалтер иҫәбе һәм һалым мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Читайте нас: