+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
28 Ноябрь 2018, 15:15

28 ноябргә район яңылыҡтары

Булғанын һаҡларға Кисә район китапханаһында райондың мордва милләте вәкилдәре ултырышы булды. Түңәрәк өҫтәл артында мордва телен һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. “Покш эрзянь чи” республика мордва мәҙәниәте байрамына әҙерләнеү темаһы күтәрелде. Яҡташбыҙҙың данлыҡлы ғаиләһе 23 ноябрҙә Юлдаш каналында “Минең ғаиләм- минең байлығым” тапшырыунда Батыр ауылынан яҡташыбыҙ Гүзәл менән Азат Кәримовтарҙың ғаиләһен күрһәттеләр. Йәш башҡорт ғаиләһе Өфөлә йәшәй һәм халыҡ традицияларын һаҡлай белеүе һәм милли кәсеп менән шөғөлләнеүе менән абруй ҡаҙанған. Тылсым, әкиәт, бүләктәр көткәндә Ноябрь генә булһа ла, кешеләрҙең яйлап Яңы йылға әҙерләнеүе һиҙелә. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙәге түңәрәктәрҙә балалар уйынсыҡтар эшләй, һүрәт төшөрә, ә ата-әсәләре уларға маскарад костюмдарын алыу тураһында уйлай башланы. Китап бүләк ит Район балалар китапханаһы 26-30 ноябрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы “Дуҫыңа китап бүләк ит” акцияһын үткәрә. Театр артистары ҡыуандырасаҡ Бала Сытырман күп функциялы ауыл клубында мәҙәни тормош ҡайнай. Түңәрәктәр эшләй, саралар үткәрелә, ҡаланан артистар килеп тора. Шулай, 6 декабрҙә Салауат драмтеатры актёрҙары бунда комедия күрһәтәсәк. Йәш ғаиләләр һаны артаҒинуарҙан ноябргә тиклем республикала 210938 пар законлы никахын теркәгән, 12 755-е- тарҡатҡан, 40 075 бала тыуған, 42 472 кеше үлгән. Башҡортостандың йәш ғаиләләр һаны артҡан район-ҡалалары иҫәбендә беҙҙең район да бар.

Булғанын һаҡларға

Кисә район китапханаһында райондың мордва милләте вәкилдәре ултырышы булды. Түңәрәк өҫтәл артында мордва телен һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. “Покш эрзянь чи” республика мордва мәҙәниәте байрамына әҙерләнеү темаһы күтәрелде.


Яҡташбыҙҙың данлыҡлы ғаиләһе

23 ноябрҙә Юлдаш каналында “Минең ғаиләм- минең байлығым” тапшырыунда Батыр ауылынан яҡташыбыҙ Гүзәл менән Азат Кәримовтарҙың ғаиләһен күрһәттеләр. Йәш башҡорт ғаиләһе Өфөлә йәшәй һәм халыҡ традицияларын һаҡлай белеүе һәм милли кәсеп менән шөғөлләнеүе менән абруй ҡаҙанған.


Тылсым, әкиәт, бүләктәр көткәндә

Ноябрь генә булһа ла, кешеләрҙең яйлап Яңы йылға әҙерләнеүе һиҙелә. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙәге түңәрәктәрҙә балалар уйынсыҡтар эшләй, һүрәт төшөрә, ә ата-әсәләре уларға маскарад костюмдарын алыу тураһында уйлай башланы.


Китап бүләк ит

Район балалар китапханаһы 26-30 ноябрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы “Дуҫыңа китап бүләк ит” акцияһын үткәрә.


Театр артистары ҡыуандырасаҡ

Бала Сытырман күп функциялы ауыл клубында мәҙәни тормош ҡайнай. Түңәрәктәр эшләй, саралар үткәрелә, ҡаланан артистар килеп тора. Шулай, 6 декабрҙә Салауат драмтеатры актёрҙары бунда комедия күрһәтәсәк.


Йәш ғаиләләр һаны арта
Ғинуарҙан ноябргә тиклем республикала 210938 пар законлы никахын теркәгән, 12 755-е- тарҡатҡан, 40 075 бала тыуған, 42 472 кеше үлгән. Башҡортостандың йәш ғаиләләр һаны артҡан район-ҡалалары иҫәбендә беҙҙең район да бар.
Читайте нас: