Иң яҡшы әсәләр һәм ғаиләләр хөрмәтенә
1 декабрҙә Аҡбулат ауылы клубында Әсәйҙәр көнөнә бағышланған сара үтте. Ауылдың оҫта ҡуллы ҡатындарының бәйләгән, бешергән изделиеларынан күргәҙмә ойошторолдо. Әсәйҙәргә йылы һүҙҙәр арналды, 50, 55, 60 йыл ҡулға- ҡул тотоношоп татыу ғүмер кисергән парҙарға йыр- бейеүҙәр бағышланды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр артистар сағыу байрам концерты әҙерләгәйне.
Бөгөн Оло Сытырман аулының “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары Стәрлетамаҡ ҡалаһына “Балан байрамы”на бара.
Иртәгә район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Т.Н. Ғәлина һәм крайҙы өйрәнеүсе Ә.С. Аҡсурин Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе, тарихи фәндәр докторы Н.А. Мәжитовтың иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара ғилми симпозиум эшендә ҡатнашасаҡ. Сара БДУ-ла уҙасаҡ.
Билдәле шәхестең юбилей кисәһендә булған
Батыр ауылы “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Багаева Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Өфөлә яҙыусы, педагог, уҡыу әсбаптары авторы, атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның 75 йәшлек юбилейы айҡанлы үткәрелгән кисә ҡунағы булды.
Яңы йыл кәйефен булдырыу өсөн
Батыр ауылында 15-30 декабрҙә Яңы йылға йорт-ихаталарҙы биҙәү, йыл символын эшләү, шыршылар биҙәү буйынса конкурс үткәрелә. Еңеүселәр Яңы йыл карнавалында бүләкләнәсәк.