+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
7 Декабрь 2018, 18:22

7 декабргә яңылыҡтар

Акцияла ҡатнашығыҙРайон китапханаһы китап яратыусыларҙы “Уҡы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға саҡыра. Акцияла ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙә үҙегеҙ яратҡан китапты урынлаштырыға һәм геолокацияһын билдәләргә. Мәҫәлән, #ПроЧитай# Башкортстан.Бишеһе лә “5” кә уҡыйӨсбүләк мәктәбендә ни бары биш уҡыусы, барыһы ла яҡшы уҡый. Улар ҡышҡы спорт менән мауыға. Күптән түгел синыф етәкселәре менән ҡышҡы урманға экскурсияға сыҡҡандар.Емелдәгән уттар кәйефте күтәрәЯңы йыл- һәр кемдең көтөп алған байрамы. Шуға ла декабрь башланыу менән район халҡы, предприятиелары был сараға әҙерләнә башлай. Быйыл Фёдоровка 2-се мәктәбе беренселәрҙән булып биналарын сағыу уттар менән биҙәне.Почет грамоталары менән ҡайттыларМәләүез ҡалаһы “Дебют” шахмат-шашка клубында Р.Р. Абдулов иҫтәлегенә арналған шахмат турниры асылды. Унда Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ районыбыҙҙан 40 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар 9 категорияла ярышты. Фёдоровка 2-се мәтәбе уҡыусылары Ниғмәтуллина Динә менән Ғәлиев Даян яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Икеһе лә 1 урын яуланы. Ирҙәр араһында Д.Ш. Кәшәев еңеүсе булды.

Акцияла ҡатнашығыҙ

Район китапханаһы китап яратыусыларҙы “Уҡы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға саҡыра.

Акцияла ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙә үҙегеҙ яратҡан китапты урынлаштырыға һәм геолокацияһын билдәләргә. Мәҫәлән, #ПроЧитай# Башкортстан.

Бишеһе лә “5” кә уҡый

Өсбүләк мәктәбендә ни бары биш уҡыусы, барыһы ла яҡшы уҡый. Улар ҡышҡы спорт менән мауыға. Күптән түгел синыф етәкселәре менән ҡышҡы урманға экскурсияға сыҡҡандар.

Емелдәгән уттар кәйефте күтәрә

Яңы йыл- һәр кемдең көтөп алған байрамы. Шуға ла декабрь башланыу менән район халҡы, предприятиелары был сараға әҙерләнә башлай. Быйыл Фёдоровка 2-се мәктәбе беренселәрҙән булып биналарын сағыу уттар менән биҙәне.

Почет грамоталары менән ҡайттылар
Мәләүез ҡалаһы “Дебют” шахмат-шашка клубында Р.Р. Абдулов иҫтәлегенә арналған шахмат турниры асылды. Унда Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ районыбыҙҙан 40 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар 9 категорияла ярышты. Фёдоровка 2-се мәтәбе уҡыусылары Ниғмәтуллина Динә менән Ғәлиев Даян яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Икеһе лә 1 урын яуланы. Ирҙәр араһында Д.Ш. Кәшәев еңеүсе булды.
Читайте нас: