+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
14 Декабрь 2018, 16:24

Яңы йыл сегән стилендә!

31 декабрҙә Бала Сытырман ауыл клубында иң яҡшы сегән костюмына конкурс үткәреләсәк. Был көндә театрлаштырылған тамаша, уйындар, бейеүҙәр, концерт номерҙары, приздар уйнатыу, шулай уҡ ауылдың мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләү буласаҡ. Иң яҡшы костюмдар өсөн приздар ҡаралған.
Бесәйегеҙ йәиһә этегеҙ бармы?
Әгәр булһа, уларҙы чипларға онотмағыҙ. Ветеринарҙарға был турала хәбәр итегеҙ- уларға хайуандарға вакцинация эшләнгәнме, юҡмы икәнлеген белергә кәрәк.
Район мәҙәниәт йортонда “янғын”
Кисә мәҙәниәт йортонда янғын сыҡҡан хәлдә нимә эшләргә кәрәклеге буйынса күнекмәләр өйрәнеү булды. Сигнал буйынса бөтә хеҙмәткәрҙәр “эвакуацияланды”. 92-се янғын часы начальнигы семинарҙа күнекмәләрҙә ҡатнашыусыларға памятка таратты, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре ут һүндергестән файҙаланырға өйрәтте.
Ҡыяр, редис ҡыш та үҫә
Быйыл Өсбүләктә йәшәүсе тырыш кеше теплицаһында әнис, редис, ҡыяр ултыртҡан. Әнис баш төртөп сыҡҡан да инде, ә ҡыяр уңышын ғинуар аҙағында йыйырға ниәтләйҙәр.
Читайте нас: