+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
17 Декабрь 2018, 20:49

Һалҡындар ҡурҡыныс түгел

Кирюшкин ауылы халҡы балалар майҙансығы эргәһендә ҙур боҙ тауы эшләргә ҡарар иткән.

Балалар рәхәтләнеп уйнап, тауҙан шыуып, ҡышҡы каникулдарын күңелле үткәрә аласаҡ.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


РФ Конституцияһы көнө айҡанлы
Физкультура-һауыҡтырыу комплексында волейбол буйынса район ярыштары уҙҙы. Унда биш йыйылма команда ҡатнашты. Беренсе урынға- гончаровкалар, икенсегә- динестәр, өсөнсө урынға Фёдоровка 1-се мәктәбе егеттәре сыҡты.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Мәргәндәр Өфөлә ярышты

“Рәсәй патриоттары” командаһы (Бала сытырман мәктәбе) Ағиҙел ҡала округы йәш армеецтары отрядтары ҡатнашлығында Республика лагерының йомғаҡлау ярыштарында булды. Уҡыусылар биатлон элементтары менән саңғы эстафетаһында- икенсе, радиация, химик һәм биологик һаҡ буйынса ярыштарҙа өсөнсө урын алды. Ульянов Никита пневматик ҡоралдан атыу буйынса икенсе урын яуланы.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.
Читайте нас: