«Осҡон» йәмғиәте ағзалары был үҙгәрештәр хаҡында, әлбиттә, белгән. Бына Яңы йыл алдынан етәкселәре, яҡташтары Заһир Ибраһимовтың ауыл хужалығы предприятиеһын һатыуы факт булып тора. Хеҙмәткәрҙәр «Осҡон» йәмғиәте составынан сығыуҙары хаҡында ғариза яҙғандар, хужалыҡтың артабанғы яҙмышы әлегә билдәһеҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙар советтары алдында ҡыҙыҡлы эштәр тора
Өфөлә йома көн республика ҡатын-ҡыҙҙарының отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. БР ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы рәйесе Рәшиҙә Солтанова республика ауылдарындағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының башҡа ойошмалар һәм йәмәғәт хәрәкәттәре менән берлектә ауыл халҡы менән мәҙәни- ял итеү саралары үткәреүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы бизнес, йорт хужалығы алып барырға өйрәтеүе, балаларҙы тәрбиәләү эшендә ярҙамы, ғаиләләрҙә әхлаҡи- мораль мөхит булдырыуҙа, эскелек менән көрәш алып барыуҙа һәм башҡа көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә булышлығы тураһында һөйләне. Р.И. Солтанова Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте етәксеһе итеп бер тауыштан һайланды.
Яҡшылыҡты хайуандар ҙа аңлай
Фёдоровкала йәшәүсе ҡатын муйынсаҡлы, бәләкәй генә эт көсөгөн тапҡан. Хужалары уны эҙләй тип, гәзиткә иғлан бирергә булған. Әммә һуңлаған, гәзиттең был һаны сығып өлгөргән, икенсеһенә тиклем бер нисә көн бар һәм ул көтөп торорға булған. Бына хәбәр: көсөк үҙе хужаларына юлды тапҡан. Ҡатын әйтеүенсә, үҙе йүгерә, үҙе артына әйләнеп ҡарай, мин киләмме, юҡмы- тикшерә. Шулай, көсөк хужалары йәшәгән йортто тапҡан. Хужалар быға бик ҡыуанған, көсөктө табыусыға рәхмәтлеләр.