Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында ит малсылығы интеграцияһы буйынса уҡыуҙар булды. Райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ШЯХ һәм фермерҙар алдында республика Ит союзы рәйесе В.Б. Фрейдин сығыш яһаны. Ул был йүнәлештә бизнесты нисек дөрөҫ ойоштороу һәм ауыл хужалығы кооперативтарына берләшеү кәрәклеген аңлатты.
Шыршы гәзиткә яҙылыусыларҙы ҡаршылай
Редакция коллективы ла Яңы йылға әҙерләнә. Фойела ҡупшыҡайҙы ҡуйып, матур итеп биҙәнек. Хәҙер ул бында килгән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡаршылап, байрамса, күтәренке кәйеф бүләк итәсәк.