+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
25 Декабрь 2018, 13:20

Дуҫлыҡ һәм тылсым тураһында әкиәт Район үҙәгендә Яңы йыл иртәлектәре күңелле бара. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм балалар ижадын үҫтереү үҙәге белгестәре көн һайын йәш тамашасыларға әкиәт геройҙары ҡатнашлығында байрам тамашаһын күрһәтә. Т. ЗӘ

Болонло микрорайонында сүпте бушлай йыйып ҡарау Кисә Фёдоровка ауыл биләмәһе башлығы Евгений Тыров, “Жилсервис” йәмғиәте начальнигы Альбина Насирова Болонло микрорайоны халҡы менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса йыйылыш үткәрҙе. Һорауҙар, аңлатмалар, халыҡ яғынан ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙәр ҙә булды. Власть органдары инициативаһы буйынса беренсе сүп йыйып ҡарау тураһында ҡарар ителде. Шулай, йома, 28 декабрҙә, кешеләр тоҡтарға йыйылған сүптәрен ҡапҡа төбөнә сығарасаҡ, шунан трактор үтеп, уларҙы йыясаҡ. Бынан нимә килеп сығыр, йома күрербеҙ. Г. БАҠЫЕВА. Шыршы баҙары беҙҙә лә барлыҡҡа килде Телевизорҙан шыршылар һатыу тураһында сентябрҙә үк, тиерлек, күрһәтә башланылар. Ауыл үҙәгендәге һуңғы ике баҙарҙа беҙҙә лә шыршы һата башланылар. Урмансылыҡ хеҙмәткәре матур, төҙ шыршылар тәҡдим итә. Унан ситтәрәк шәхси берәү ҙә законлы рәүештә һатам тип, шыршыларын теҙеп ҡуйған. Г. БАҠЫЕВА. “Ниңә балаларҙың кино сәнғәте менән аралышыуына сик ҡуйыла?” Элекке уҡытыусы- пенсионер шулай тип борсола. Ысынлап та уҡыусыларҙың каникулдары башлана, ауыл халҡы ла йорт мәшәҡәттәренән бушаған саҡ. Район мәҙәниәт йортонда бынамын тигән кино залы бар, иң шәп, яҡшы фильмдар күрһәтелә. Ә халыҡ киноға бөтөнләй йөрөмәй, тиерлек. Балаларының һәм үҙҙәренең яҙмышына битараф булмаған, мөмкинлектәре булған кешеләр уларҙы ҡалаға төрлө сараларға йөрөтә. Башҡа ауылдарҙан балаларҙы район мәҙәниәт йортона алып килеп кино күрһәтһәләр, яҡшы булмаҫ инеме икән. Кешеләр, әйҙәгеҙ үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла матур ял көндәре ойошторайыҡ! Г. БАҠЫЕВА. Дуҫлыҡ һәм тылсым тураһында әкиәт Район үҙәгендә Яңы йыл иртәлектәре күңелле бара. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм балалар ижадын үҫтереү үҙәге белгестәре көн һайын йәш тамашасыларға әкиәт геройҙары ҡатнашлығында байрам тамашаһын күрһәтә.Т. ЗӘЙНУЛЛИНА.

Болонло микрорайонында сүпте бушлай йыйып ҡарау

Кисә Фёдоровка ауыл биләмәһе башлығы Евгений Тыров, “Жилсервис” йәмғиәте начальнигы Альбина Насирова Болонло микрорайоны халҡы менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса йыйылыш үткәрҙе. Һорауҙар, аңлатмалар, халыҡ яғынан ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙәр ҙә булды. Власть органдары инициативаһы буйынса беренсе сүп йыйып ҡарау тураһында ҡарар ителде. Шулай, йома, 28 декабрҙә, кешеләр тоҡтарға йыйылған сүптәрен ҡапҡа төбөнә сығарасаҡ, шунан трактор үтеп, уларҙы йыясаҡ. Бынан нимә килеп сығыр, йома күрербеҙ.

Г. БАҠЫЕВА.


Шыршы баҙары беҙҙә лә барлыҡҡа килде
Телевизорҙан шыршылар һатыу тураһында сентябрҙә үк, тиерлек, күрһәтә башланылар. Ауыл үҙәгендәге һуңғы ике баҙарҙа беҙҙә лә шыршы һата башланылар. Урмансылыҡ хеҙмәткәре матур, төҙ шыршылар тәҡдим итә. Унан ситтәрәк шәхси берәү ҙә законлы рәүештә һатам тип, шыршыларын теҙеп ҡуйған.

Г. БАҠЫЕВА.


“Ниңә балаларҙың кино сәнғәте менән аралышыуына сик ҡуйыла?”
Элекке уҡытыусы- пенсионер шулай тип борсола. Ысынлап та уҡыусыларҙың каникулдары башлана, ауыл халҡы ла йорт мәшәҡәттәренән бушаған саҡ. Район мәҙәниәт йортонда бынамын тигән кино залы бар, иң шәп, яҡшы фильмдар күрһәтелә. Ә халыҡ киноға бөтөнләй йөрөмәй, тиерлек. Балаларының һәм үҙҙәренең яҙмышына битараф булмаған, мөмкинлектәре булған кешеләр уларҙы ҡалаға төрлө сараларға йөрөтә. Башҡа ауылдарҙан балаларҙы район мәҙәниәт йортона алып килеп кино күрһәтһәләр, яҡшы булмаҫ инеме икән. Кешеләр, әйҙәгеҙ үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла матур ял көндәре ойошторайыҡ!

Г. БАҠЫЕВА.


Дуҫлыҡ һәм тылсым тураһында әкиәт
Район үҙәгендә Яңы йыл иртәлектәре күңелле бара. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм балалар ижадын үҫтереү үҙәге белгестәре көн һайын йәш тамашасыларға әкиәт геройҙары ҡатнашлығында байрам тамашаһын күрһәтә.

Т. ЗӘЙНУЛЛИНА.
Читайте нас: