+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
26 Декабрь 2018, 15:46

26 декабргә яңылыҡтар

Ауылдың көнүҙәк проблемалары хаҡында һөйләштеләрГончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыйылышы булды, унда көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштеләр. “Жилсервис” йәмғиәте начальнигы А. Насирова йәмғиәттең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Халыҡҡа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу ҡағиҙәләре аңлатылды.А. МАРАТОВА.Кооперативҡа яңы машина ҡайтартыла “Уңыш” кооперативы килем килтереүсе грантлы проект программаһында ҡатнашты һәм грант отто. Аҡсаның бер өлөшөнә “Лада-Гранта” автомобиле базаһында рефрижератор-автомобиль һатып алынды, уны иртәгә ҡайтарырға тейештәр.А. МАРАТОВА.“Бүләк” кондитер цехы производствоһын киңәйтәХәҙер ул һатып алыусыларҙы “Сәк-сәк” менән генә түгел, итле ярым фабрикаттар менән дә ҡыуандырасаҡ. Цехтың продукцияһын бөтә федоровкалар ҙа һатып ала аласаҡ, сөнки иртәгә һуңға район үҙәгендә уның яңы сауҙа нөктәһе асыла. А. МАРАТОВА.Яңы йыл ҡар бөртөктәре һәм шыршыһыБала Сытырман күп функциялы үҙәге һәм китапханаһы Яңы йылға әҙерлек эштәре сиктәрендә “Ҡышҡы тәҙрәләр” һәм “Шыршыны биҙәйек!” акцияларын ойошторған. Унда ололар ҙа, кеселәр ҙә ҡатнашҡан. Майҙанда шыршы ултыртҡандар һәм биҙәгәндәр, тәҙрәләргә ҡар бөртөктәре йәбештергәндәр.А. МАРАТОВА.Яңы Яңы йыл- әкиәттең дауамыИртәгә райондың күпселек мәғариф учреждениеларында Яңы йыл саралары үткәрелә. Иртәлектәрҙә балалар йырлап-бейеп, әйлән-бәйлән уйнаясаҡ, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр аласаҡ, ә өлкән синыф уҡыусылары өсөн билеттар уйнатыласаҡ, дискотека, күңелле сюрприздар буласаҡ. А. МАРАТОВА.

Ауылдың көнүҙәк проблемалары хаҡында һөйләштеләр

Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыйылышы булды, унда көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштеләр. “Жилсервис” йәмғиәте начальнигы А. Насирова йәмғиәттең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Халыҡҡа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу ҡағиҙәләре аңлатылды.

А. МАРАТОВА.


Кооперативҡа яңы машина ҡайтартыла

“Уңыш” кооперативы килем килтереүсе грантлы проект программаһында ҡатнашты һәм грант отто. Аҡсаның бер өлөшөнә “Лада-Гранта” автомобиле базаһында рефрижератор-автомобиль һатып алынды, уны иртәгә ҡайтарырға тейештәр.

А. МАРАТОВА.


“Бүләк” кондитер цехы производствоһын киңәйтә

Хәҙер ул һатып алыусыларҙы “Сәк-сәк” менән генә түгел, итле ярым фабрикаттар менән дә ҡыуандырасаҡ. Цехтың продукцияһын бөтә федоровкалар ҙа һатып ала аласаҡ, сөнки иртәгә һуңға район үҙәгендә уның яңы сауҙа нөктәһе асыла.

А. МАРАТОВА.


Яңы йыл ҡар бөртөктәре һәм шыршыһы

Бала Сытырман күп функциялы үҙәге һәм китапханаһы Яңы йылға әҙерлек эштәре сиктәрендә “Ҡышҡы тәҙрәләр” һәм “Шыршыны биҙәйек!” акцияларын ойошторған. Унда ололар ҙа, кеселәр ҙә ҡатнашҡан. Майҙанда шыршы ултыртҡандар һәм биҙәгәндәр, тәҙрәләргә ҡар бөртөктәре йәбештергәндәр.

А. МАРАТОВА.


Яңы Яңы йыл- әкиәттең дауамы

Иртәгә райондың күпселек мәғариф учреждениеларында Яңы йыл саралары үткәрелә. Иртәлектәрҙә балалар йырлап-бейеп, әйлән-бәйлән уйнаясаҡ, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр аласаҡ, ә өлкән синыф уҡыусылары өсөн билеттар уйнатыласаҡ, дискотека, күңелле сюрприздар буласаҡ.

А. МАРАТОВА.
Читайте нас: