+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
28 Декабрь 2018, 11:44

көләмәстәр

Бик һыуыҡ ҡышҡы көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.* * *Судта:– Вәли, әйтегеҙ әле, өйөгөҙҙә ят кеше барлығын ҡайҙан белдегеҙ?– Һуң, беҙҙең ғаиләлә ултырғыс менән арттан килеп башҡа һуғыу ҡаралмаған.* * *– Вәсим, ялыңды ҡайҙа үткәр­ҙең?– Бер өлөшөн – Канар утрауҙарында.– Икенсе яртыһын?– Вендиспансерҙа.* * *Поезда.– Бында табиптар бармы? Ярҙам итегеҙсе! – тип вагон эсендә ҡысҡыралар.– Мин – табип. Кемгә ярҙам кәрәк? – тип ашығып килеп инә ярым яланғас ир.– Миңә ярҙам кәрәк, – тип йылмая ханым. – Әйтегеҙсе, алты хәрефтән торған тамаҡ ауырыуы нисек атала ул?* * *– Ирем иҫереп ҡайтҡас, янъял ҡуптарҙым да, өс көн буйына һөйләшмәнек. Бөгөн түҙеме бөттө бисараның, беренсе булып үҙе һүҙ башланы.– Нимә тине һуң?– Ҡалғаны юҡмы, тип һораны.

Бик һыуыҡ ҡышҡы көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.
– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!
– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.
* * *
Судта:
– Вәли, әйтегеҙ әле, өйөгөҙҙә ят кеше барлығын ҡайҙан белдегеҙ?
– Һуң, беҙҙең ғаиләлә ултырғыс менән арттан килеп башҡа һуғыу ҡаралмаған.
* * *
– Вәсим, ялыңды ҡайҙа үткәр­ҙең?
– Бер өлөшөн – Канар утрауҙарында.
– Икенсе яртыһын?
– Вендиспансерҙа.
* * *
Поезда.
– Бында табиптар бармы? Ярҙам итегеҙсе! – тип вагон эсендә ҡысҡыралар.
– Мин – табип. Кемгә ярҙам кәрәк? – тип ашығып килеп инә ярым яланғас ир.
– Миңә ярҙам кәрәк, – тип йылмая ханым. – Әйтегеҙсе, алты хәрефтән торған тамаҡ ауырыуы нисек атала ул?
* * *
– Ирем иҫереп ҡайтҡас, янъял ҡуптарҙым да, өс көн буйына һөйләшмәнек. Бөгөн түҙеме бөттө бисараның, беренсе булып үҙе һүҙ башланы.
– Нимә тине һуң?
– Ҡалғаны юҡмы, тип һораны.
Читайте нас: