Кәстрүлгә өс өрөк, биш ҡара емеш, өс инжир, бер ҡалаҡ йөҙөм, ике алма, ике лимон киҫәге һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойорға һәм 5 – 10 минут ҡайнатырға. Иртәнге аш урынына эсергә мөмкин.
- Бер үк күләмдә бойҙай, һоло, арпа ярмаһы алып, он хәленә килгәнсе иҙергә һәм бер ҡалаҡ онға бер стакан һыу иҫәбенән йылы (ҡайнап һыуына башлаған) һыу ҡойор¬ға. Ике сәғәт төнәткәндән һуң, һөҙөп алып, бал ҡушып эсергә. Аҙ ҡанлылыҡтан һәм хәлһеҙлектән ярҙам итә.
- Бер лимонды ҡайнар һыуға һалып, бер-ике минут тоторға һәм ҡабығы менән бергә ит турағыс аша үткәрергә. Бер аҙ аҡ май, бер-ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатырға һәм сәйгә ҡушып эсергә.
- 150 г ҡырғыстан үткәрелгән алмаға ярты әфлисун һуты ҡушып бутарға һәм ун таҙартылған сәтләүек ҡушырға. Был бер кешегә бер көн ашарға етә. Баш мейеһен туҡландырыу өсөн файҙаһы ҙур.
- Бер стакан һолоға биш стакан һыу ҡойоп, ҡуйырғансы ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, шул уҡ күләмдә ҡайнаған һөт өҫтәргә һәм һыуытыр¬ға. Килеп сыҡҡан массаға 4 – 5 ҡалаҡ бал ҡушып, көнөнә яртышар стакан эсергә.