+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
9 Ғинуар 2019, 17:00

9 ғинуарға район яңылыҡтары

Раштыуа көнөндә Бала Сытырман күп функциялы ауыл клубында “Раштыуа кисәләре” белем биреү уйын программаһында “Батырҙар” һәм “Һылыуҙар” командалары ярышты. Байрамда байрам тарихы тураһында һөйләнеләр. Сара аҙағында балалар “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән яҡтылыҡты сағылдырыусы беләҙектәргә эйә булды.Уҡыусылар республика олимпиадаһында ҡатнаштыКисә Өфөлә татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы уҙҙы. Ҡораласыҡ мәктәбенән унда 8 синыф уҡыусылары Насирова Эльза менән Хәйбуллина Азалия, Динес мәктәбенән 9 синыф уҡыусыһы Ләйсән Йосопова ҡатнашты.Теш һыҙлауынан ҡотҡаралар “Стоматология” йәмғиәте (Фёдоровка ауылы, директоры З.С. Иманғолов) каникул ваҡытында ла ҡәҙимгесә режимда эшләне. Көн дә стоматологтар 6-7 пациентҡа медицина хеҙмәттәре күрһәтте.Кооперативты үҫтереү өсөнФ.М. Зәйнәғәбдинов КФХ -ның инициатива төркөмө “Юлдаш” кооперативын ойоштороп, теркәне. Коопертив килем килтереүсе проект программаһында ҡатнашып, кесе ҡатнаш мал аҙығы заводын йыһазландырыуға грант отто, стационар иген таҙартҡыс, иген ярҙырғыс, гранулятор, шнек тейәгес һәм иген эшкәртеү өсөн башҡа йыһаздар һатып алырға планлаштыра.Ҡышҡы каникулдар күңелле үтәБатыр ауыл клубында балалар һәм йәштәр өсөн бер нисә төрлө сара ойошторолдо. Шулай, “Аҡыллылар” КВН-ында ике команда викторина һорауҙарына яуап бирҙе, конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашты. Шашка уйындарында Илнара Иркәбаева, Айрат Ғүмәров һәм Илсур Хәмитов иң яҡшылар тип танылды. Ауыл клубы алдындағы майҙансыҡта үткәрелгән спорт байрамында “Клепа” һәм “Орлиный глаз” командалары төрлө ярыштарҙа ҡатнашты.

Раштыуа көнөндә

Бала Сытырман күп функциялы ауыл клубында “Раштыуа кисәләре” белем биреү уйын программаһында “Батырҙар” һәм “Һылыуҙар” командалары ярышты. Байрамда байрам тарихы тураһында һөйләнеләр. Сара аҙағында балалар “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән яҡтылыҡты сағылдырыусы беләҙектәргә эйә булды.


Уҡыусылар республика олимпиадаһында ҡатнашты

Кисә Өфөлә татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы уҙҙы. Ҡораласыҡ мәктәбенән унда 8 синыф уҡыусылары Насирова Эльза менән Хәйбуллина Азалия, Динес мәктәбенән 9 синыф уҡыусыһы Ләйсән Йосопова ҡатнашты.


Теш һыҙлауынан ҡотҡаралар

“Стоматология” йәмғиәте (Фёдоровка ауылы, директоры З.С. Иманғолов) каникул ваҡытында ла ҡәҙимгесә режимда эшләне. Көн дә стоматологтар 6-7 пациентҡа медицина хеҙмәттәре күрһәтте.


Кооперативты үҫтереү өсөн

Ф.М. Зәйнәғәбдинов КФХ -ның инициатива төркөмө “Юлдаш” кооперативын ойоштороп, теркәне. Коопертив килем килтереүсе проект программаһында ҡатнашып, кесе ҡатнаш мал аҙығы заводын йыһазландырыуға грант отто, стационар иген таҙартҡыс, иген ярҙырғыс, гранулятор, шнек тейәгес һәм иген эшкәртеү өсөн башҡа йыһаздар һатып алырға планлаштыра.


Ҡышҡы каникулдар күңелле үтә

Батыр ауыл клубында балалар һәм йәштәр өсөн бер нисә төрлө сара ойошторолдо. Шулай, “Аҡыллылар” КВН-ында ике команда викторина һорауҙарына яуап бирҙе, конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашты. Шашка уйындарында Илнара Иркәбаева, Айрат Ғүмәров һәм Илсур Хәмитов иң яҡшылар тип танылды. Ауыл клубы алдындағы майҙансыҡта үткәрелгән спорт байрамында “Клепа” һәм “Орлиный глаз” командалары төрлө ярыштарҙа ҡатнашты.
Читайте нас: