Уҙған ял көндәрендә ҡар-буран булды. Был яҡшы, әлбиттә, әммә машиналарға йөрөргә бер аҙ ҡамасауланы. Фёдоровка урамдары иртәнән таҙартылһа ла, йәкшәмбе төшкә тиклем башҡа ауылдарҙан сығырға юл булманы. Юлсылар ҡул ҡаушырып ултырманы, таҙартырға тырышты. Таҙартыу сифаты яҡшыраҡ булһа ла ярар ине, биналарға, балалар баҡсаларына барыуы ауыр бит.